Күп белеүгә ҡарағанда ла, аҙ белдереп, эҙләнеү орлоғон
һалыу һәм эҙләнгәнен табырға юлдар күрһәтеү – мөғәллим
бирә торған хеҙмәттәрҙең иң ҡәҙерлеһе, иң ҙурыһылыр.
Ғәлимйән Ибраһимов
Тел тураһында афоризмдар
Милли тойғо...Ул иң нескә, иң көслө нәмә, һәр халыҡтың үҙ ҡан тибешенә бәйләнгән, быуаттар буйына милләттәр менән бергә формалашҡан, һәр халыҡтың тик үҙенә генә хас.
Назар Нәжми
Туған телен юғалтҡан милләт йәшәүҙән туҡтай.
Мәрйәм Бураҡаева
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел; үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел.
М.Ғафури
Ҡаһарманлыҡ тураһында афоризмдар
Ватанға мөхәббәт — абстракт төшөнсә түгел, ойоштороуҙы, үҫтереүҙе, мәҙәниәтлелекте талап иткән реаль рух көсө.
А. Н. Толстой
Патриот — Ватанға хеҙмәт итеүсе, ә Ватан — иң әүәл халыҡ ул.
Н. Г. Чернышевский
Үҙ-үҙен хөкөм итергә өйрәнмәгән кеше башҡаларҙы ғәйепләй алмай.
И. Гете
Хеҙмәт тураһында афоризмдар
Яратып эшләгән кеше һәр төрлө хеҙмәтте лә шиғриәтле итә.
Н. Г. Чернышевский
Хеҙмәткешеләижадикөсуята.
А. Н. Толстой
Кешенең бөтә нәмәһе лә: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла матур булырга тейеш.
А. П. Чехов
Китап һәм ғилем тураһында афоризмдар
Күберәк уҡыған һайын, китаптар мине донъя менән нығыраҡ туғанлаштырҙы, йәшәү миңә тағы ла әһәмиәтлерәк була барҙы.
М. Горький
Китап уҡымаған ғаилә — рухи яҡтан зәғиф ғаилә.
П. А. Павленко
Хыялһыҙ кеше — ҡанатһыҙ ҡош.
М. Горький
Белем тураһында афоризмдар
Һәр саҡ уҡырға, бөтәһен дә белергә! Күп белгән һайын көслөрәк була бараһың.
М. Горький
Уҡыу һәм фекерләү аң үҫеше сығанаҡтарының иң мөһиме.
В. А. Сухомлинский
Барыһын да уҡыу бөтөнләй кәрәкмәй, тик үҙеңдең күңелеңдәге һорауҙарға яуап биргәнде генә уҡырға кәрәк.
Л. Н. Толстой