Әә
Әйлән - бәйлән әйләнештә әйләнәләр, әйләнгәләй - әйләнгәләй, әйләнгәләй - әйләнгәләй әйләнәләр, бәйләнәләр.
Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй!
Мәктәптәр матур биҙәлгән,
мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар уҡырға бара,
Шатланып, дәртле баҫып.
Е,Э
Еңмеш Гөлйемеш еңгәйҙең еңелгә генә кейгән еңһеҙ еләнкәйе елдә елпелдәп елләй. Еүәйрә.
Епшек елдә еүешләнмәҫ,
Еңмешләнмәҫ Еүәйрә...
Еңмешләнмәһә Еүәйрә,
Ереклеләге еңгәһе
Емеш-еләк ебәрә,
Егәҙеләге еҙнәһе Ебәк елән ебәрә
— Еңмешләнмә Еүәйрә! (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Элек - электән элмәлекһеҙ өй эйәһе элмәңнәп- элмәңнәп этләнгән, элмәнләй - элмәнләй эйәһен эҙләп киткән.
Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәедә,
Тота ла тешләп китә.
Эт эшенең эҙемтәһе -
Минең йыртылған күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.
Өө
Өф - өф, өфөләк, тик тормағанда шул кәрәк.
Өйөрөлөп - сөйөрөлөп өйөрөлгән өйөрмә өйрәкте өйрөлдөрөп- өйрөлдөрөп өйрөлтә.
Өләсәйем.
Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә-
Өмөттәр өләшәйем!
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем. (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Үү
Үрмәксе үрмәксенән күрмәксе үрмәкеслектә үрмәкесләнеп - үрмәкесләнеп, үрмәкесләнеп - үрмәкесләнеп, үрмәкесләнеп - үрмәкесләнеп, үрмәкесләнеп- үрмәкесләнеп үрмәкестәрен күрһәтергә элмәксе.
Мин күктә, һеҙ ерҙә!
Мин күктә, һеҙ ерҙә!
Бик рәхәт миңә үрҙә,
Ҡурҡыныс түгел бер ҙә!
Ыы
Ыбыр - сыбыр, ығыр - шығыр, ыҙыр - мыҙыр ылауға ымһындым, ылым - шылым, ыңдым - күндәм ыжламай ҙа ыҙғырҙым, ымлай - ымлай һыҙғырҙым.
Ынйыҡай ҙа ынйыланған ысын ынйы - мәрйен, Ынйыҡай ҙа ынйыланған ысын ынйы - сәйлән ынйылана ла ынйылана, ынйылана ла ынйылана.
Оо
Оңғор - соңғор ояла, оңғор - соңғор быяла, оңғор - соңғор онталған, онталып - онталған онтаҡта осло - осло быяла тороп ҡалған.
Ошолай - ошолай, ошондай - ошонда ошолайт, ошолай - ошолай, ошондай - ошондай ошонан ошолайт.
Аа
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы.
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы!
Алһыу алманы алмашлап алмаланғансы ашағандар ҙа ашағандар, ашағандар ҙа ашағандар, ашағандар ҙа ашағандар, ашағандар ҙа ашағандар.
Ғ - Ҡ
Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.
Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно осто.
Ҙ - ҫ
Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.
Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр, сүбен өйҙөрттөрҙөләр, саңын өрҙөрттөрҙөләр.
Беҙҙең кәзәбеҙ мөгөҙлө, һеҙҙең кәзәгеҙ мөгөҙһөҙ..
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙегеҙҙекеме?
Һ - Х
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.
Һары Сабираға һары сандалый, һары сандалыйға һары Сабира.
Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.
Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан. Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда, һәнәгенең һабын һындырған, һыныҡ һәнәген Һәҙиәгә һикһән һумға һатҡан.
ң
Таң - таң, таң- таң, таң ата, Таңдысаны уята. Таң - таң, таң- таң, таң ата, Таңғатарҙы уята.