Вторник, 21.04.2026, 22:26
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Уҡытыусыға кәңәштәр

 

 

Уҡытыуға кәңәштәр

Дәресте йылы һүҙ менән башлағыҙ. Класс алдында үҙегеҙҙе юғары ҡуймағыҙ. Уҡытыусы – уҡыусыларҙың ярҙамсыһы.

Ата – әсәләргә юҡ ҡына нәмәләргә зарланмағыҙ, балаларының ыңғай яғын күрһәтегеҙ.

Тыныс, киң күңелле, хис – тойғоға бай, дәртле, яғымлы булығыҙ.

Дәрес һайын “2” билдәһе ҡуйып, баланың уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуын, мин – минлеген юҡҡа сығармағыҙ.

Белем биреүҙә баланың хәленән килерлек эштәр генә файҙалы булыуын онотмағыҙ.

Уҡыусыңдан белем талап итерҙән алда, уны үҙең бирә бел.

Уҡыусыларыңа бөтә яҡлап та өлгө бул: белемең менән дә, өҫ-баш бөхтәлеге менән дә.

Дәрестә һәр минутыңдың ҡәҙерен бел, уҡыусыларыңды ла шуға өйрәт.

Уҡыусылар өсөн улар уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк һорауҙар төҙө һәм бир.

Баланың уҡыуында һәм яуаптарында ебәрелгән хаталарға иғтибарлы бул. Уларҙы ваҡытында төҙәт.

Уҡыусыларҙа һәйләүсенең телмәрен иғтибар менән тыңлау һәләтен үҫтер.

Дәрестә предмет-ара бәйләнеш булдыр.

Ял итеү минуттарын ваҡытлы һәм эффектлы итеп үткәр.

Уҡыусыларҙы дәрес барышында маҡтап, хуплап алырға онотма: яҡшы, бик яҡшы, эйе, дөрөҫ, афарин.

Һәр эш аҙағында һығымта яһарға, ә дәрес аҙағында уны йомғаҡларға, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә баһа бирергә онотма.

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен, ихтияр көсөн үҫтер. Һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу теләге булдыр.

Кәйефең булмаған саҡта, уҡыусыларҙың да кәйефен төшөрмә.

Һинең уҡыусың – кемдеңдер ғәзиз балаһы икәнлеген иҫеңдән сығарма, шунда ғына һин – ысын уҡытыусы.