Суббота, 18.04.2026, 15:12
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Ял минуттары

 

 

Ял итеп алайыҡ... 

Матур һүҙҙәр уйланыҡ 
Ял итергә туктаныҡ. 
Елкәләрҙе турайттыҡ, 
Тәрән итеп һуланыҡ, 
Башты ян-яҡҡа борҙоҡ, 
Эйелдек һәм беҙ торҙоҡ, 
Бер урында йүгерҙек, 
Ә һуңынан һикерҙек. 
Һуҙылдыҡ һәм кирелдек. 
Юғарыға үрелдек. 
Ә һуңынан тынысланып 
Дәресте дәуам иттек. 

 

Был ҡайһы саҡ була? 
Ашлыҡтар үҫте, (ҡулдар өҫкә) 
Башаҡтар беште, (сүгәләү) 
Ҡояш ҡыҙҙыра, (торалар) 
Тиргә төшөрә, (билдән бөгөләләр) 
Халыҡ ашыға, (йүгерәләр) 
Китә баҫыуға, (атлайҙар) 
Урағын ура, (урыу хәрәкәте) 

 

Хәрәкәт 
Хәрәкәт ул - атлап йөрөү, (урында атларға) 
Хәрәкәт ул – атта елеү, (бер ҡулды алға, икенсеһен өҫкә күтәреп, атта елеүҙе күрһәтергә) 
Хәрәкәт ул – ауға барыу, («мылтыҡ тотоп» алға барырға) 
Хәрәкәт ул – тауға менеү. (тауға үрмәләүҙе һүрәтләргә ) 
«Хәрәкәттә – бәрәкәт», - тип 
Әйткән ололар бик хаҡ. 
Һаулыҡ ныҡлы булһын, тиһәң, 
Йүгер, һикер, тәкмәс ат! (ҡулдарҙы төрлө яҡҡа йөрөтөп, хәрәкәттәр яһарға.) 

 

Осто, осто – торналар осто! 
Осто, осто – сәпсектәр осто! 
Осто, ос то – тәпкеләр осто!  
Осто, осто – ҡарғалар осто! 
Осто, осто – Ҡаҙҙар осто! 
Осто, осто – ҡыҙҙар осто! 

 

Ҡулдарҙы күтәрҙек,
Аҫҡа төшөрҙөк,
Ә хәҙер йәйҙек,
Ҡайсы эшләнек.
Ҡулды күтәрҙек,
Аяҡ тыпырлай,
Үҙенән-үҙе
Бейергә һорай.


Аҡ күбәләк сәскәләргә ҡунды,
Йылмайып донъяға күҙ һалды.
Елпенде, өйөрөлдө, йыуынды,
Матурлыҡты күреп ҡыуанды.
(Ике ҡулдың суҡтарын һырты менән бер-береһенә ҡуйырға, бармаҡтар тура, сүгәләп ултырырға. Ҡул суҡтарын аҫҡа-өҫкә елпеп, күбәләк осоуын һүрәтләргә. Ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, айырып, йәйеп ебәрергә).

Аҡ ҡуянҡай ултыра,
Ҡолаҡтарын һелкетә,
Бына шулай, бына шулай
Ҡолаҡтарын һелкетә.
Аҡ ҡуянҡай өшөнө,
Аяҡтарын йылыта,
Бына шулай, бына шулай
Аяҡтарын йылыта.

Ел иҫә, иҫә, иҫә,
Ағастарҙы һелкетә.

Таҙа һыулы йылғаларҙа
Балыҡтар йөҙөп уйнай.
Тулҡындар менән шаярып, Балыҡтар һис тә туймай.
(Балыҡтар йөҙгән хәрәкәт яһарға, урында өйөрөлөргә, бер тапҡыр сүгәләп алырға).

Ҡаҙҙар остолар, остолар ҙа
Күл буйына төштөләр.
Аҙыраҡ ял иттеләр,
Тағы осоп киттеләр.
Сәп-сәп сәпәкәй,
Минең ҡустым бәләкәй,
Ҡулын күтәргән була,
Сәпәкәй иткән була.
(Урындан баҫырға, сәпәкәй итергә, бер тапҡыр сүгәләп алырға, баҫып ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә, тағы ла сәпәкәй итергә).

Ашлыҡтар үҫте,
(Ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә)
Башаҡтар беште.
(Сүгәләп ултырырға)
Ҡояш ҡыҙҙыра,
(Баҫырға, аяҡ осонда күтәрелергә)
Тиргә төшөрә.
(Билдән бөгөлөргә)
Халыҡ ашыға,
(Урында йүгерергә)
Китә баҫыуға,
(Урында атларға)
Урағын ура.
(Ураҡ урған хәрәкәт яһарға)
Был ҡай саҡ була?