Тел тигән дарья бар
(Эш тәжрибәһенән)
Тыуған ил, туған тел... Был һүҙҙәрҙе һәр кем хөрмәт менән әйтә, улар бер-береһенә яҡын, әлеге ҡәҙерле һүҙҙәрҙә ҡәрҙәшлек, Ватанға мөхәббәт хистәре сағыла. Үҙенең туған теленә, тарихына хөрмәт менән ҡараған кеше генә башҡа телдәрҙе, ата - әсәһен, Ватанын, халҡын үҙ итә, ярата ала. Шуның өсөн әсә телен яҡшы белергә, бөтә нескәлектәрен өйрәнергә кәрәк.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларымда халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, тарихи үткән юлын хөрмәт итергә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Бының өсөн, билдәле, күп эҙләнергә, ижади эшләргә кәрәк. Мәктәп грамматикаһынан тыш, тел белемен, уның айырым тармаҡтарын, фәнни һәм тарихи сығанаҡтарҙы, лексиканы, телдең ҡулланылыш өлкәһен дә яҡшы үҙләштерергә һәм уңышлы файҙалана белергә кәрәк. Теорияны практика менән бәйләү уҡыусыны дөрөҫ һөйләргә һәм яҙырға, үҙ фекерҙәрен тулы итеп әйтергә этәргес бирә.
Хеҙмәтемдә уңыштарға ирешеү өсөн мин төрлө метод һәм алымдарҙы, яңы төр уҡытыу технологияларын файҙаланам. Традицион булмаған дәрестәр үткәреү балала үҙаллылыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә. Дәрес-фантазия, дәрес-ярыш, дәрес-диспут, асыҡ фекерҙәр дәресе, дәрес-театр һәм башҡа төр дәрестәрҙе уҡыусылар бик ярата. Бындай дәрестәр балаларҙың ижади фекерләү һәләтен үҫтерә, танып-белеү эшсәнлеген арттыра, шәхес итеп формалаштырыуҙы камиллаштыра.
Тыуған телебеҙҙең байлығын, матурлығын, гүзәллеген, тапҡырлығын, фекер тәрәнлеген күрһәтеү маҡсатынан үткәрелгән кластан тыш сараларҙың да әһәмиәте ҙур.
«...Уҡыусыларҙың ижади һәләте дәрестә асыла. Мәсәлән “Көҙ” темаһын ҡабатлағандан һуң, бәйләнешле һөйләм үҫтереү дәресе үткәрелә. Ул «Тыуған яғымда» тип атала. Һауа торошона ҡарап, йә алданыраҡ, йә шул көндө тәбиғәткә экскурсия яһала, маҡсаты әйтелә. Уҡыусыларҙан быға тиклем күрелмәгән үҙгәрештәргә иғтибар итеү һорала. Уларға йүнәлеш биреүсе төрлө һорауҙар ҡуйыла. Ул күҙәтеүсәнлекте арттырырға ярҙам итә.
Тәбиғәттә ниндәй төҫ өҫтөнлөк алған? Көҙгө үҙгәрештәр айырыуса ҡайһы урындарҙа һиҙелә? Күк йөҙөнә, ҡоштарға, баҫыу-ҡырҙарға төрлө яҡлап иғтибар итергә мөмкин. Ағас япраҡтарының төҫөн ҡарарға, шишмә, йылға ағышының тиҙлеген күҙәтергә, ҡоштар һайрауына, баҫыуҙағы трактор гөрөлдәүенә ҡолаҡ һалырға ла була. Ә экскурсияла күргәндәр буйынса инша, йә шиғыр итеп яҙыу бурысы ҡуйыла.
«Ҡылым» темаһын өйрәнгәндә иҗади эште дәрестең башында уҡ үткәреү мөмкинлеге бар. 5 - 6 һөйләм менән генә йәйге хеҙмәт тураһында хикәйә яҙырға тәҡдим ителә. Ауыл ерендә йәшәгән бала баҡсала, баҫыуҙа эшләүе тураһында бик рәхәтләнеп яҙа. Дәреслек күнегеүҙәрендәге әҙер тексттар менән эшләү ҙә яҡшы. Бала әҙәби телдең матурлығын, байлығын тойорға тейеш.
Бәйләнешле һөйләм үҫтереү дәрестәрендә ижади эштәр бирелгән карточкалар файҙаланыу эште йәнлерәк итеп ойошторорға ярҙам итә. Мәҫәлән, «Икмәк — ил байлығы» темаһына түбәндәге эштәр бирелгән карточкалар тәҡдим итергә мөмкин:
а) «Икмәк — өҫтәл күрке»;
б) «Игенселек — боронғо һөнәр» тигән фекерҙе раҫла;
в) «Икмәк — игенсенең күңел йылыһы» тигән темаға ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөп һөйлә (яҙ);
г) «Игенсе — илде туйҙырыусы» тип әйтеп буламы?
д) «Эшләй белгән икмәк ашар» тигән мәҡәлдең мәғәнәһен аңлат.
Бәйләнешле һөйләм телен үҫтереүҙең иң уңышлы алымы — һөйләү. Бының өсөн уҡыусының һөйләү ҡеүәте бай булыуы шарт. Уҡытыусының үҙ һөйләме лә өлгө булып торорға тейеш. Мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланыу, антоним, синоним, фразеологизмдарҙы йыш файҙаланыу, әҙәби әҫәрҙең телен тойомлау телдең һүҙлек запасын байытырға ярҙам итә. V класта М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрен уҡыусылар яратып уҡыйҙар. Әҫәрҙе өйрәнгәндә түбәндәге ижади эштәр отошло:
— Халҡыбыҙҙың ҡайһы йолалары әлегәсә һаҡланған?
— «Ҡушамат» һүҙенә нисек ҡарайһығыҙ? Уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатығыҙ.
— Оло инәй образы тураһында үҙ фекерҙәреңде әйт.
— Әсҡәтте ни өсөн үҙ иттегеҙ? Сәбәптәрен аңлатыгыҙ.
Әҫәрҙе уҡып анализлағандан һуң, өйгә «Шағир йәнле Әсҡәткә хат» тигән ижади эш бирелә. Тәжрибә күрһәткәнсә, уҡыусыларҙың был геройға теләктәшлек белдереүҙәре, уның менән һоҡланыуҙары, Әсҡәттәге күңел байлығын үҙҙәрендә лә булдыраһы килеү теләктәре һиҙелә.
Әҙәби геройға хат яҙыу алымын юғарыраҡ кластарҙа ҡулланыу ҙа уңышлы. Уҡыусының эскерһеҙ уй-фекерҙәре, геройға ҡарата үҙ мөнәсәбәте асыҡ сағыла. Миҫал өсөн Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романындағы Таңһылыуға, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повестындағы Ильясҡа хаттар яҙҙырыу уҡыусыны ижад итергә, фекерләргә этәрә.
Дәрес-сәйәхәт, дәрес-эссе кеүек дәрестәр ижади һәләтте үҫтереү өсөн тулы мөмкинлектәр аса. Магнитофон яҙмалары, сюжетлы картиналар, видеоөҙөктәр ҙә уҡыусы күңеленә яҡшы тәьҫир итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙә түңәрәк эшсәнлегенең дә мөмкинлектәре ҙур. «Туған тел» түңәрәгенең төп маҡсаты — уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләмдәрен үҫтереү аша ижад итергә өйрәтеү. Түңәрәк ағзалары һәр йыл миҙгелдәренә ҡарата шиғыр йәки тасуирлау, әҙер рифмалағы һүҙҙәр менән шиғри әҫәрҙәр ижад итеү кеүек эштәрҙе теләп башҡаралар.Уҡыусылар үҙҙәренең ижад эштәренән йыйынтыҡтар яһайҙар, уны биҙәйҙәр. Түңәрәк ағзалары менән олимпиада үткәреү ҙә матур ғәҙәткә әйләнде.
Дөйөмләштереп шуны әйтергә мөмкин: ижади эҙләнгәндә генә уҡытыусы дәрестәрҙе һөҙөмтәле үткәрә ала.