Суббота, 18.04.2026, 06:51
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Эссе “Мин – уҡытыусы”

 

 

 Сәскәләр үҫтереү, тәмлекәстәр бешереү, әҙәби китаптар уҡыу... Мине ҡыҙыҡһындырған эштәр бик күп, әлбиттә.  

 Ҡатын -ҡыҙ затынан булараҡ, минең дә яратҡан шөғөлдәремдең береһе - төрлө тәмлекәстәр бешереү. Бауырһаҡ, ваҡ бәлеш, ҡош теле, ҡыҫтыбый - ғаиләмдең яратҡан аҙыҡтары. Аш-һыуға тотонһам, бар донъямды онотам, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙы төрлө матур формаларға әүәләү оҡшай миңә.
 Уҡытыусының эшмәкәрлеге лә, икмәк бешереүсенеке кеүек, яңы формалар яһауҙан, уҡыусыларҙан үҙ аллы фекер йөрөтөүсе шәхес формалаштырыуҙан тора. Уҡыусы күңеле лә шул аҡ ҡамыр кеүек. Әлбиттә, күңелең йылыһын биреп  башҡарһаң ғына ҡамыр аштарың уңа.  Баланың кем булыуы, ниндәй юлдан китеүе, һис шикһеҙ, беҙҙән, уҡытыусыларҙан, тора. Ниндәй генә хәлдә ҡалһа ла  уҡытыусыла уҡыусыға ҡарата хөрмәт хисе юғалмаҫҡа тейеш тип уйлайым мин. Бары тик хөрмәт, ышаныс, балаларға ҡарата мөхәббәт кенә уҡытыусыға уҡыусыларын  аңларға ярҙам итәсәк. Балаларҙы үҙ фекерҙәрен башҡаларға еткереү генә түгел, ә уларҙы яҡлап сыға белергә, аҡ менән ҡараны айырырға өйрәтергә, ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә,  кешелеклелек сифаттары тәрбиәләргә өйрәтергә кәрәк. Быға уҡытыусы үҙе балаларға ҡыҙыҡлы һәм улар менән бүлешер тәжрибәһе, белеме булғанда ғына ирешә аласаҡ. Туған телен өйрәнгән бала киләсәк тормошонда ла үҙ урынын табып, халҡына битараф булмаһа, туған теленән оялмаһа, мин, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, хеҙмәтемдең мәғәнәһен шунда күрәм.  

 Мәктәп йылдары  һиҙҙермәйенсә уҙа ла китә, әммә уҡыусылар күңелендә Уҡытыусы бирә алған йылылыҡ, мәрхәмәтлелек ҡала. Мине бала саҡтан уҡ ошо маҡтаулы һөнәр ҡызыҡһындырҙы. Әлегеләй  хәтеремдә: күрше балаларын йыйып алып  “дәрес бирәм”, “балаларҙы уҡытам”: дәфтәрҙән журнал яһап, билдәләр ҡуя, яңы теманы “аңлата” инем. Ә инде һигеҙенсе класта  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсимә Шәйхетдин ҡыҙы уҡыта башлағас, уҡытыусы буласағыма  шигем ҡалманы. Уның дәрестәрен көтөп ала, диҡҡәт менән тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан -  арта барҙы.  Әҙәбиәткә булған   һөйөүем Стәрлетамаҡ  дәүләт педагогия институтына алып килде. Уҡытыусы хеҙмәт юлымды районыбыҙҙың Талбазы башҡорт гимназияһында башланым, әлеге мәлдә Талбазы ауылы лицейында төрлө милләт балаларына тырышып белем бирәм. Бына 20 йыл инде уҡытыу эшендә. Юғары уҡыу йортон тамамлап эш башлағас, “Башҡа фәнде булдыра алмағанһыңдыр инде,”- тигән мыҫҡыллы ҡараш ташлап, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр әйтеүселәр ҙә табылды. Юҡ шул, юҡ, башҡа фәнде булдыра алмағанға түгел, ә  туған телемде өҙөлөп яратҡанға һайланым был һөнәрҙе.  Ләкин уҡытыусы һөнәрен һайлағанда мин үҙ өҫтөмә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанлығымды уйланыммы икән? Юҡтыр ҙа бәлки. Мәктәп тупһаһын атлап кергәндә, балаларҙың ҡамыр кеүек ап-аҡ, йомшаҡ   күңеленә ер йөҙөндә булған иң - иң яҡшы сифаттарҙы ғына һалырға тейешлегем тураһында аңлап та еткермәгәнмендер.  

  Уҡытыусы һөнәре бер урында тапаныуға ҡоролмаған. Ул һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, уның өсөн тыныс төндәр, үҙ-үҙен яратып ҡына йәшәү – ят күренеш. Минең бурысым – һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеү, үҙ көсөнә ышандырыу. Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты – уҡыусыла башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте миҫалында күңел матурлығы тәрбиәләү,  Башҡортостаныбыҙҙағы, Рәсәйҙәге, донъялағы төрлө ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирергә, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү.  

  Һайлап алған юлдан барғанда бик ауыр мәлдәр ҙә була, борсолоулы уйҙарҙан күңел дә рәнйеп китә. Бөгөнгө көндә  балаларҙың туған телдәрен белмәүе, үҙ телен кәрәк түгел тип һанауы, Башҡортостан республикаһында, башҡорт ерендә йәшәп, башҡорт дәүләт телен белеү - кәрәкмәгән эш, бушҡа ваҡыт үткәреү, тип ҡараған ата-әсәләрҙең артыуы...  “Башҡорт телен белеү һеҙгә, һеҙҙең балағыҙға ниндәй зыян килтерәсәк?” - тигән һорауға әлегә тиклем бер ата-әсә лә миңә аныҡ яуап бирә алғаны юҡ. Әлбиттә, шундай ата-әсәләрҙең һәр береһе менән айырым аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Был эш уҡытыусылар иңенә һалынған. Ата-әсәләр йыйылыштарында сығыш яһау, төрлө милли байрамдар үткәреү, уларҙы асыҡ дәрестәргә саҡырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирер тип уйлайым. Тел бөтһә – милләт юҡҡа сығасағын, милләт булмаһа – ил булмаясағын аңлатыу, һис шикһеҙ, беҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыһының да эше. Сөнки туған тел уҡытыусыһына телде, милләтте, илде һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. 

 Ҡайһы ваҡыт үҙемә: “Уҡытыусы һөнәрен һайламаған булһам, кем булыр инем икән?”- тигән һорау бирәм. Табипмы? Һатыусымы? Бухгалтер, экономисмы?  Юҡ.  Ғүмеремде яңынан башларға тура килһә лә, тағы ла  ошо юлды һайлар, ҡулымдан килгәнсә илебеҙҙең киләсәген формалаштырыуҙа үҙ көсөм-тырышлығымды һалыр инем. Сөнки мин тормошомдо уҡыусы балаларҙан, мәктәптән   башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡыусыларымдың уңыштарына ысын күңелдән һөйөнәм мин. Улар менән ғорурланып, үҙемә бөтмәҫ көс алып йәшәйем. Минең уйлауымса,  уларҙың еңеү яулауында минең дә әҙме-күпме  көсөм һалынған. 

 Уҡытыусы, икмәк бешереүсе кеүек, ысын мәғәнәһендә, матурлыҡ тыуҙырыусы.