Йомаҡтар
Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,
Уны сискән сос булыр,
Сисәлмәгән тик торор.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренешкә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар, күренештәр менән бәйләнгән.
«Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ - ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер. Татар халҡында ул «табышмаҡ» тигән исем менән йөрөй һәм «тамырын табыу» тигән һүҙ менән аңлатыла. Татар фольклорында ла 20-се быуат баштарына тиклем табышмаҡ менән бер рәттән йомаҡ атамаһы ла киң ҡулланылған. Табышмаҡ атамаһы әзербайжан,төрөкмән, уйғыр,алтай, ә йомаҡ - ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ телдәрендә ҡулланыла. Рус фольклористикаһы иһә “загадка” һүҙенең килеп сығышын “гадать” һүҙенән сығып аңлата.
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Һаҡалы бар - бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк,
Үсектерһәң - китә төкөп. /кәзә/
Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/
Ишек алдында сүмәлә,
>Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке. /һыйыр/
Туны бар – сапаны юҡ,
>Мыйығы бар – һаҡалы юҡ. /бесәй/
(ҒүмәрҒайсин)
Ҡырағай хайуандар тураһында йомаҡтар
Эй тырыша – кәрәк уға
Сәтләүектең орлоғо.
Өйө ағас ҡыуышында,
Көлтә ҙурлыҡ ҡойроғо. /тейен/
Ағас башында туп һымаҡ
Ул һикереп шаяра,
Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,
Йә ул сәтләүек яра.
Имәнгә ҡора өйөн,
Ниндәй кейек ул? ... /тейен/
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. /айыу/
Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/
Ерҙе тиштем – йәшәнем,
Ер өҫтөнә сыҡтым – үлдем. /һуҡыр сысҡан/
Йөрөмәй ул буранда,
Ҡышын йоҡлай урманда,
Йәйен солоҡ "таҙарта",
Еләкте лә ярата. /айыу/
(Ғүмәр Ғайсин)
ЙОРТ ҠОШТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Һыуҙа йыуынып алды,
Өҫтө ҡоро ҡалды. /ҡаҙ/
-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,-
Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти,
Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,
Әлеге ҡош ул-… . /тауыҡ/
-Мин барыһын уятам,- тип
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс,
Был булыр инде … . /әтәс/
Бәләкәй генә һары йомғаҡ
Йүгереп йөрөй сиҙәмдә./себеш/
Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ,
Ҡысҡыртып борғоһон, уята барыһын. /әтәс/
Оса лап-лап, төшә лап-лап,
Йөҙә шәп-шәп, йөрөй саҡ-саҡ,
Әкрен атлап, кейеҙен ҡаплап. /өйрәк/
ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/
Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Матур итеп селтәр үрҙе
Кешеләрҙән күрмәксе.
Аҫҡа табан төштө китте
Селтәр буйлап ... . /үрмәксе/
Бесәнлектә бер көршәкте
Ҡарап торғас бик оҙаҡ
Салғым менән тейеү булды –
Һырып алды ... . /һағыҙаҡ/
Бейек тауға менәләр,
Тоҡтар йөкмәп киләләр. /ҡырмыҫҡа/
Деү-деү, деү итә – дуғаға ҡуна,
Сей-сей, сей итә – ситәнгә ҡуна. /күгәүен/
ЙӘШЕЛСӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә. /картуф/
Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә,
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла,
Их, тәмләй ул һәр ашты. /һуған/
Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала ... ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер. /сөгөлдөр/
(Ғүмәр Ғайсин)
ЭШ ҠОРАЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Түтәлдерҙе ҡаҙып бөткәс,
Мыштырлап оҙаҡ торма.
Эшкә тотон йәһәт кенә
Ҡулыңа алып… . /тырма/
Был ҡоралды сабый саҡтан
Ҡулда тоторға кәрәк.
Ғүмер буйы бары файҙа
Бирә кешегә… . /көрәк/
“Т” хәрефенә оҡшаш был
Оҫтаға кәрәк ҡорал.
Һыры бар урау-урау,
Был нимә? Был бит ... . /бырау/