Суббота, 18.04.2026, 21:34
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Анализ өлгөләре

 

 

Фонетик анализ өлгөһө 

1.Һүҙҙе нисек ишетелә шулай, ижеккә бүлеп яҙыу. 

2. Һуҙынҡы өндәрҙең: ҡалын/нәҙеклеген, баҫымлы/баҫымһыҙ, ә тартынҡыларҙың яңғырау/һаңғыраулығын, йомшаҡ/ҡатылығын билдәләү. 

3. Һүҙҙә нисә өн, нисә хәреф бар 

Өлгө. Ебәк -  [йэ-вәк] 2 ижек, 4 хәреф, 5 өн. 

Е - [й] – тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау, [э] – һуҙынҡы, нәҙек 

б -[в] – тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау 

ә - [ә] – һуҙынҡы, нәҙек, баҫымлы 

к - [к] – тартынҡы, йомшаҡ, һаңғырау. 

Һүҙҙә 4 хәреф, 5 өн. 

Морфологик анализ өлгөһө 

   Исем 

1. Һүҙ төркөмө. 

2. Башланғыс формаһы (берлектә, төп килештә). 

3. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 

4. Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ 

5.  Һаны, килеше, заты. 

6. Хәбәрлек заты (әгәр булһа). 

7. Һөйләм киҫәге. 

Ҡылым

1. Һүҙ төркөмө. 

2. Башланғыс формаһы (бойороҡ һөйкәлеше, берлектә, 2-се зат). 

3. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 

4. Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк). 

5. Төркөмсәһе (исем, сифат, уртаҡ, хәл ҡылымдар). 

6. Заманы. 

7. Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк). 

8. Үҙгәреше (заты, һаны ,барлыҡ йәки юҡлығы, йүнәлеше). 

9. Һөйләм киҫәге. 

Сифат

1. Һүҙ төркөмө. 

2. Башланғыс формаһы. 

3. Яһалышы (тамыр, яһалма,ҡушма). 

4. Төп йәки шартлы сифат. 

5. Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ,  аҙһытыу). 

6. Һөйләм киҫәге. 

Алмаш

1. Һүҙ төркөмө. 

2. Башланғыс формаһы. 

3. Ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштыра. 

4. Төркөмсәһе (зат, эйәлек, һорау, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ). 

5. Һаны, килеше, заты (әгәр булһа). 

6. Һөйләм киҫәге. 

Рәүеш 

1. Һүҙ төркөмө. 

2. Башланғыс формаһы. 

3. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма). 

4. Төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу,күләм – дәрәжә, сәбәп - маҡсат). 

5. Дәрәжәһе (әгәр булһа). 

6. Һөйләм киҫәге. 

Һан 

1. Һүҙ төркөмө. 2. Башланғыс формаһы (төп һан). 

3. Яһалышы (ябай, ҡушма). 

4. Төркөмсәһе (төп, рәт, йыйыу,бүлем, сама, йыйыу, кәсер,үлсәү ). 

5. Килеше, эйәлек заты, хәбәрлек заты, күплек ялғауҙары (әгәр исем урынында килһә). 

6. Һөйләм киҫәге.