Суббота, 18.04.2026, 05:41
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Һанашмаҡтар

 

 

Һанашмаҡтар - балалар уйын уйнай башлағанда, көтөүсе һайлау өсөн ҡулланған ауыҙ-тел ижады.
     Күмәк балалар ҡатнашҡан уйындарҙа ике тигеҙ төркөмгә бүленеү процесын ишләшеү (уҙаҡлашыу) үтәһә, һанашмаҡ, ғәҙәттә, бер көтөүсе һайларға кәрәк була. Балалар түңәрәк яһап баҫалар, араларынан берәү уртаға сыға ла үҙенән башлап, һәр һүҙҙе бер кешегә тура килтереп, һанап китә:

Аҡ суҡ
Ҡара суҡ
Бында торма
Бар сыҡ!
***
Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй
Кем уны тота
Шул сығып китә.
***
Аладан- баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал был сыҡ!
***
– Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
– Кәмә менән тоҙға барам.
– Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
– Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәғәрмәсе боҙолған
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
***
Бер валсыҡ, ике валсыҡ, өс валсыҡ, бында торма, бар, сыҡ!
***
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун. 
Ундан-уймаҡ, 
Табала-ҡоймаҡ,
Мейестә-бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
***
Өйгә кергән бер сыпсыҡ,
Осоп йөрөй сыҡ-сырыҡ.
Сыпсыҡ, сыпсыҡ, һин сыпсыҡ!
Атлап түгел, осоп сыҡ!
***
Бер миң, ике миң, өс миң, дүрт миң, биш, алты, ете, һанама инде етте!
***
Әлдин - билдин, сыҡ та сыҡ, бында торма осоп сыҡ!
***
Өләсәйгә бер өлөш, көләсәнән ике өлөш, көләслектән өс өлөш, көлдөр- көлдөр көлдөрөш, бында торма ҡас, өш - өш!
***
Үрелгәнсе үрелмә, күҙемә лә күренмә, күр- күр, үр- үр, бында торма,  йүгер!
***
Ҡара - ҡара, ҡараҡас, бында торма, бар, ҡас!
***
Ҙур- ҙур, ҙур ат, ҙур атта ҙуратты урат, бында торма, ҡайтып ят! 

*** 

 

Алаҫ -малаҫ, аҫалы балаҫ, ҡайт та ишегеңде ас!
Һәлпән – һөлмән  һөләмә, юҡ - бар хәбәр һөйләмә, хата хәбәр хатта бар, хахылдамай атта бар.
***
Төймә, төймә, төймәкәй, төймәләре бәләкәй.
Төймә, төймә төйөлгән,
бер төймәһе өҙөлгән,
биш төймәһе биш төрлө,
алтынсыһы тегелгән.
Төймә өс, төймә ике,
төймә бер, бында торма, бар, йүгер!
***
Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!
***
Һин-әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!