Суббота, 25.04.2026, 05:58
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Булатова Гөлфиә Мөхәмәт ҡыҙының сайты



Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу

 

 

 

Башҡорт  телен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу 

(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмә ултырышында яһаған сығышым) 

     Бөгөнгө көндә белем биреү системаһы уҡыусыға  шәхес булараҡ  иғтибарын арттырҙы һәм уны үҙ тормошоноң үҙәге итеп таныу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырырға тырыша. Мәктәп алдында ҡуйылған шарттарҙың береһе - уҡыусының  үҙ асылын асыуға уңайлы булған мөхит булдырыу. 

      Шәхси үҙенсәлектәре булған һәр баланың уҡыу эшсәнлеген  уйлап эш иткәндә педагогик тәжрибә уҡыусының уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, фекер йөрөтөү, һығымта яһай белеү дәрәжәһен иҫәпкә алынырға тейешлеген күптән иҫбатланы. 

      Минең алдымда төп бурыс булып дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу тора. Быға ирешеү өсөн дәресемде маҡсатҡа ярашлы инновацион һәм информацион-коммуникатив технологиялар ҡулланып үткәрәм.  Хәҙерге заман талап итеүенсә, бала үҙ аллы белем алырға, алдына ҡуйылған проблеманы сисергә ынтылырға тейеш. Был осраҡта үҫтереүсе уҡытыу методикаһының алымдарын файҙаланыу отошло.  

        Миңә рус мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһын ҡулланыу балаларҙың белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә. Уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, өлгәш сифаты арта, фекерләү ҡеүәһе, бәйләнешле телмәре үҫә. 

       Уҡыусылар үҙҙәрен эҙләүсе итеп хис иткәндә генә дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының алдына конкурентлыҡҡа һәләтле шәхес тәрбиәләү бурысы ҡуйылған. Минеңсә, уҡыусы яңылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ аллы фекер йөрөтә, дөрөҫ юл һайлай белергә тейеш. Уҡыусылар күп төрлө булған кеүек, уларҙың фекерҙәре лә төрлө. Шуға күрә мин үҙ дәрестәремдә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын ҡулланам, балаларҙы фекерләргә өйрәтәм.  

        Нимә ул тәнҡит?  Ә нимә ул фекерләү? Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә былай яҙылған: 

-тәнҡит ул - кешенең, берәр эшен йәки эшсәнлеген яҡшыртыу маҡсатынан, кире яҡтарын тейешле дәлилдәр менән күрһәтеү, тикшереү; 

-фекерләү ул - кешенең уйлай, фекер йөрөтә, һығымта сығара алыу һәләте.  

        Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы үҙ позицияңды яҡлай  һәм  еткерә алыу, әңгәмәләшеңде тыңлай белеү, аргументтарға нигеҙләнеп, логик фекер йөрөтә белеү һәләте. 

      Фекерләүҙе тәнҡит күҙлегенән үҫтереү уҡыу барышында аңлашылмаған һорауҙарҙы, проблеманы хәл итеүгә, теманы асыҡлауға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уҡыусыға традицион алым менән эшләгәндә күҙгә салынмаған проблемаларҙы күрергә, асыҡларға ярҙам итә. Тәү ҡарашҡа был ябай ғына күренһә лә, уҡыусының тәнҡитле фекерләүен үҫтереү – ҡатмарлы эш төрө. Мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү – ул нимәнелер инҡар итеү түгел, киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып өйрәнеү.  

     Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы менән эшләгәндә уҡытыусы төп мәғлүмәт биреүсе булыуҙан туҡтай һәм технологияның алымдарын ҡулланып, уҡыуҙы белмәүҙән белеүгә этәрә - уртаҡ һәм ҡыҙыҡлы эҙләнешкә алып бара.  

      Уҡыусылар үҙҙәрен эҙләүсе итеп хис иткәндә генә дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Һуңғы йылдарҙа  алыштырғыҙ техник сара итеп мин компьютер  ҡулланам. 

      Компьютер миңа нисек  ярҙәм итә һуң? Уҡытыу дәрәжәһен күтәреү, күрһәтмә материалдарҙы  уңышлы ҡулланыу, уҡыусыларҙың белем – оҫталыҡтарын объектив билгеләү, ҙур күләмдәге мәғлүмәт  файҙаланыу һәм эшемдә иҫ киткес стимул булып хеҙмәт итә ул. 

     Компьютер технологияларын үҙләштереү уҡытыу процессында һәр балаға айырым иғтибар итеү мөмкинлеген дә бирә.  Дәрестең уҡытыу бурыстарын үтәү маҡсатында текстты редакциялау, тест үткәреү, мультимедиялы презентациялар, яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлына, әҫәрҙәренә ҡарата иллюстратив, документаль материалдар, слайдтар ҡулланыу дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итә.. Уҡыусыларҙың белем-күнекмәләрен, үҙ аллы эшләй белеү кимәлен тикшереү өсөн бик уңайлы алым. Тимәк, информацион - компьютер технологияларын ҡулланыу уҡыусыларҙың башҡорт  теле һәм әҙәбиәт дәрестәрен тәрәнерәк өйрәнеү теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итә.  

        Тикшеренеү технологияһы уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойошторғанда уңышлы ҡулланыла. "Фәнгә старт" тип исемләнгән фәнни-практик конференцияла сығыш яһау уҡыусылар өсөн ҙур һынау. "Урам атамаһы", "Рәшит Назаров  ижадында матурлыҡ темаһы", "Һөт һәм һөттән бешерелгән аҙыҡтар", "Район гәзитенең тел-стиль үҙенсәлектәре" исемле фәнни-тикшеренеү эштәре призлы урындарҙы яуланы.  

      Уҡыу-уҡытыу процессында сәләмәтлекте һаҡлау технологияһын ҡулланыу уҡыусыларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа зур роль уйнай. Был мәсьәләне сисеү – ата - әсәләрҙең генә түгел, педагогик коллективтың да бурысы. Үҙ эшемдә һәр уҡыусы тирә - яҡ менән гармонияла  булһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырышам. Дәрестәр үткәргәндә уҡыусыларҙың психологик үҙенсәлектәрен иҫкә алып, физкультминут, еңелсә физик күнегеүҙәр, хәрәкәтле уйындар, аҡыл гимнастикаһы, күҙҙәр өсөн ял ойоштороуҙы файҙалы тип һанайым. 

    Ошолай итеп, алынған белемдәрҙе тормошта теләһә ниндәй ситуацияла ҡуллана белеүсе, үҙ аллы дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алырҙай һәм эшләрҙәй, тормошта уңышҡа ирешеп, милли ғорурлыҡ хистәрен, тыуған телде, ғаилә традицияларын һаҡлап һәм яҡлап йәшәүсе уҡыусылар тәрбиәләү беҙҙең маҡсат булып ҡала. 

     Ҡыҫҡаһы, ошо технологияларға нигеҙләнеп дәрес үткәргәндә уҡыусылар үҙ аллы белем алырға ынтыла, тәнҡитле һәм ижади фекерләй, бәйләнешле, дөрөҫ һөйләргә, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа бирергә өйрәнә. 

     Уҡыусылар өсөн мин мәғлүмәт үҙәге генә түгел, ә дөрөҫ юл күрһәтеүсе, яңы асыштарға әйҙәүсе капитан булырға тейешмен.